Радий Хәбиров тантанала Башҡортостандың самбо өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы «Zа самбо» проектын бойомға ашырыу төбәктә сәләмәт тормош рәүешенең киң таралыуына булышлыҡ итә, тип белдерҙе. “Мәктәптәргә самбо” программаһында республика урта белем биреү йорттарының ун туғыҙы ҡатнаша. Киләһе йылға был исемлеккә йәнә 10 мәктәп ҡушылырға йыйына. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандың физик культура институты нигеҙендә самбо буйынса уҡытыусы-тренерҙар әҙерлеге башлана. Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәйҙең” генераль советы секретары Андрей Турчакка самбо буйынса Халыҡ-ара турнирҙы Өфөләге яңы Көрәш һарайында үткәрергә тәҡдим итте. Ярыштар 2024 йылдың 16 ноябренә билдәләнгән. Тағы ла бер тәҡдим – самбосылар өсөн махсус кейем тегеүҙе Башҡортостанда ойоштороу. Республика башлығы белдереүенсә, төбәктә бындай мөмкинлектәр бар.
Мәскәүҙә “Еңеү фәне” форумы үтте
Мәскәүҙә “Еңеү фәне” форумы үтте