Өфөлә үтәсәк Сурдлимпия уйындарында 2 мең 300 спортсы ҡатнашыуы көтөлә

Өфөлә үтәсәк Сурдлимпия уйындарында 2 мең 300 спортсы ҡатнашыуы көтөлә

Ошо турала “Беҙ бергә. Спорт” Сурдлимпиецтарҙың йәйге уйындарын уҙғарыу һәм әҙерләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында иғлан ителде. Сара быйыл 23 июлдән 3 август арауығында уҙғарыла. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ булған илдәрҙән командалар саҡырыла. Уйындарҙы 500–гән судья хеҙмәтләндерә, һаңғырауҙарға ярҙам итеү йәһәтенән 200-гән ирекмән йәлеп ителә. Ойоштороу комитеты ағзалары республикала әҙерлекте юғары баһалай. Башҡортостанда сурдлимпия уйындарының 14 йүнәлеше үҫешкән, шуларҙың 11-е йәйге спорт төрө. Беҙҙең вәкилдәр бадминтон, дзюдо, каратэ, тхэквондо, спорт ориентиры, йөҙөү, атыу, шашки, шахматы буйынса алдынығылыҡты бирмәй. Әле республикала спорт объекттарын, ҡунаҡханалар, туҡланыуҙы әҙерләү, транспорт, экипировка менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләләр хәл ителә. Мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, Сурдлимпиецтарҙың йәйге уйындары юғары кимәлдә үтергә тейеш.