Башҡортостандың Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан ялға ҡайтҡан бер төркөм егеттәр кире мазсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Йәше, һөнәре, социаль статусы, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса улар төрлө. Әммә егеттәрҙең барыһын да бер һыҙат берләштерә. Әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ҡыйыулыҡ һәм үҙ иленә ҡарата һөйөү тойғоһо. Был бер полктың дүртенсе төркөм хәрбиҙәре. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр тыуған яҡтарында 10 көн ял итә алды. Юлға киткән көндәр иҫәпкә алынмай. Ял графиктары урындағы бүлексәләрҙә һәм частарҙа төҙөлә. Ошо уҡ транспорт менән сираттағы бер төркөм яугирҙар ялға ҡайтасаҡ.
Һалдаттар китте яуға
Һалдаттар китте яуға