Ҡыйығы тишек

Ҡыйығы тишек

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге бер нисә йортта көндәр йылытыу менән, ҡыйыҡтан һыу аға. Фатир хужалары коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен битарафлыҡта ғәйепләй. Яуаплы ойошма халыҡтың ялыуҙарына үҙ сәбәбен белдерә. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова дөрөҫлөктө асыҡларға тырышты. Баязит Бикбай урамындағы 37-се йорттағы был фатир етенсе ҡатта урынлашыуына ҡарамаҫтан, стеналар еүеш. Татьяна Королькова түшәмдән аҡҡан һыуҙы тәүҙә өҫкө ҡатта йәшәгән күршеләренән күрә. Әммә барыһына күптән ремонт күрмәгән ҡыйыҡ ғәйепле икәне асыҡлана. Хәҙер был йортта йәшәүселәргә һыуҙан ҡотолоу мәсъәләһен үҙенсә хәл итәһе ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға оҡшаш хәл Сипайловоның йәнә бер йортонда, Гагарин урамындағы 14-се йортта ла күҙәтелә. Был йортта ла тиҫтә йыл самаһы капиталь ремонт көтәләр. Фатирҙар түшәменән һыу бында яҙын ғына түгел, йәйге ҡойма ямғырҙарҙа ла аға. Капиталь ремонт 2023 йылға планлаштырылған булһа, исемлектән төшөп ҡалыу сәбәпле, ул 2025 йылға күсерелгән, ти күп фатирлы йорт комитеты рәйесе. Йорттоң ҡыйығынан аҡҡан һыу шәхси милекте зарарлап ҡына ҡалмай, кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә лә янай. Ошо йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, бындай хәл бигерәк тә техник биналағы электр сымдар өсөн хәүфле, сөнки улар уйламаған ваҡытта янып китеүе ихтимал.Күнәкләп һыу түгеп арыған кешеләр экспертҡа мөрәжәғәт итеп ҡарай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре фекеренсә, йорт ҡыйығына капиталь ремонт кәрәк. Юғиһә бындай хәл йылдан – йыл ҡабатланасаҡ һәм өйҙөң тотош төҙөклөгө шик аҫтында ҡалыуы бар.Өфө районы Сипайлово торлаҡ-коммуналь идаралығы етәксеһе был хәлде күҙ уңында тотабыҙ, тип ышандыра. Мөлкәте зыян күргән фатир хужаларына торлаҡ коммуналь хужалыҡ етәкселеге судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. Ҡыйыҡтың төҙөклөгөн иһә белгестәр һауа температураһының ыңғай кимәле урынлашҡас та тикшереп ваҡытлыса ремонт үткәрергә ниәтләй.