45-мәктәптә уҡыусы 300-ҙән ашыу бала бер көнгә 19-сы быуат уртаһына күсеп торҙо. Вена вальсы, мазурка, полонез, менуэт. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль бал үтте. Матур сараны хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина барып күрҙе.10 класс уҡыусыһы Камила Ғәлимова Опера һәм балет театрында уҙғарылған әҙәби-музыкаль сараға ентекләп әҙерләнә. Йыл башынан бейеүҙәрҙе генә түгел, ә күлдәк-прическаны ла алдан уйлап ҡуйҙым, ти ҡыҙ.300-ән ашыу уҡыусы бер көнгә мәктәпте ҡалдырып 19-сы быуатҡа күсте. Оҙон сағыу күлдәк-фрактар, матур прическалар... Балды ҡыҙҙар ғына түгел, ә егеттәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Бал өлкән кластар өсөн ойошторолһа ла, саранан бәләкәй класс ҡыҙҙары ла ситтә ҡалмай. Вальстан һуң поэзияға ла ваҡыт етте. Уҡыусылар көмөш быуат шағирҙары ижадына туҡталды.Был сара балаларҙы тулыһынса уҡыуҙан айырҙы, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки бында уҡыусылар шул уҡ тарихҡа, әҙәбиәткә, музыка, риторикаға икенсе яҡтан күҙ һала.Ижади сарала 300-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты, киләһе әҙәби-музыкаль бал 7,8 класс балалары өсөн апрелдә ойошторола.
Үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль бал
Үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль бал