Өфөлә Ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү дауам итә

Өфөлә Ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү дауам итә

Беҙҙең ижади төркөм эш барышы менән танышып ҡайтты. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова репортажы.Ҡурсаҡ театры Октябрь проспектының ғына түгел, ә баш ҡаланың иң матур биналарының береһе булмаҡсы. Төҙөүсе ойошма ноябргә уны техник яҡтан тапшырырға ниәтләй. Биләмә гөж килеп тора. Ҡыйыҡ ябыу, электр сымдарын ҡорау, тәҙрәләр ҡуйыу, һылау, буяу һәм башҡа бихисап эштәр бер юлы бара. Ишектәр хәҙер бинаның яңы өлөшөнә алып инә. Ҙур фойела касса, ял урындары ҡаралған. Артабан тамашасылар алдында бәләкәй зал ишектәре асыла. Беҙ әлегә тик үҙебеҙҙең күләгәләрҙе күреү менән генә мөлхәтһендек һәм ҙур залға юлландыҡ. Ҙур сәхнәне өҫтән күҙәтеү ҡыҙығыраҡ. Ул бик тәжрибәле ҡулдарҙа. Киров ҡалаһынан килгән белгестәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла ут, декорациялар, шаршауҙарҙы күтәреп-төшөрөү, асып-ябыу механизмдарын ҡорған, баҡтиһәң. Тамашасылар залында ла ҡорау эштәре бара. Ә ҙур фойеның матурлығы... Ҡала дизайны үҙәге белгестәре театр өсөн иҫ киткес ғәжәйеп, әммә ҡатмарлы проект уйлап тапҡан. Театрҙа юҡтың үҙе юҡ.Беҙ әлеге ваҡытта икенсе ҡатта. Бына ошонда, беҙҙең аҫтыбыҙҙа, беренсе ҡатта ҙур фойе һәм ҙур тамашасылар залы. Ә ошонда, икенсе ҡатта тиҙҙән була музей, ишектәр аръяғында йәйге кафе.Театр бинаһының планы шул тиклем уңайлы ҡоролған, сәхнә артында ғына оҫтаханалар, лифт урынлаша. Грим бүлмәләре әҙер тиерлек, унда актерҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар тиерлек бар.Тиҙҙән душ бүлмәләре әҙер була. Дөйөмләп әйткәндә, әлегә план 80 % үтәлгән. Был аҙна аҙағында урамдағы ҙур эштәр тамамлана.Театр майҙаны ҙурайыу менән, коллективтың ижади проекттары ла арта. Тиҙҙән бина алдында ҙур амфитеатр барлыҡҡа килә һәм унда актерҙар төрлө тамашалар ҡуясаҡ. Ғөмүмән, төҙөүселәр белдереүенсә, театр биләмәһе ике-өс айҙан танымаҫлыҡ булып матурая. Көтәбеҙ.