Республикала көндәр бер аҙ һыуытты, синоптиктар ямғырҙар тураһында ла иҫкәртә.
Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы иһә ямғыр яуғанда билдәләнгән тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡыра. Башҡортостанда ошо сәбәпле еүеш тайғаҡ юлда бер-нисә авария теркәлгән. Инспекторҙар тап ошо осорҙа ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.