Өфөлә ,,Синяя Птица,, Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсының һайлап алыу этабы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ,,Синяя Птица,, Бөтә Рәсәй йәш таланттар конкурсының һайлап алыу этабы үтте

Башҡортостан дәүләт концерт залында йөҙҙән ашыу бала йырлау һәм инструменттарҙа уйнау оҫталығын күрһәтте. Икенсе көнөндә Телеүҙәк бинаһында конкурсанттар хореография һәм үҙенсәлекле жанрҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан иң талантлы балалар һайлап алына, улар Мәскәүҙә үтәсәк төп сарала ҡатнашыу хоҡуғы ала. Конкурс шарттары буйынса унда 5 йәштән 15 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала. Раушания Ракаева Сибай ҡалаһынан. Өфөгә ҡыҙы Элина менән килгән. Икенсе класс уҡыусыһы 4 йәштән бейеү менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы конкурсанттар милли номерҙар ҙа тәҡдим итте. Беренсе көндә халыҡ йырҙары, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ яңғыраһа, икенсе көнөндә лә башҡорт бейеүҙәрен күрһәтергә теләүселәр бихисап ине. Был конкурста балалар ҡатнашлығында башҡарыу сәнғәтенең бөтә төрҙәре тәҡдим ителә. Йәғни, кескәй дуҫтарыбыҙ музыка ҡоралында, йыр, бейеү, үҙенсәлекле жанрҙа үҙен һынап ҡарай ала. Телеүҙәктә ойошторолған этапты Башҡортостандың билдәле һәм күренекле сәнғәт әһелдәре баһаланы. Конкурс икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Синяя птица конкурсы балалар араһында йәш таланттарҙы асырға, уларға артабан үҫергә ярҙам итә. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, республика һәләтле балаларға бай. Конкурстың төбәк этабы еңеүселәре ноябрь айында атала. Һуңынан улар Мәскәүҙә үтәсәк финалда ҡатнаша. Ә декабрҙә Рәсәй телеканалында башланасаҡ финалда, телевизор ҡараусылар Башҡортостан вәкилдәре өсөн дә тауыш бирә ала.