Әр-рәхим мәсетендә ҡолап төшкән манара урынына яңыһы ҡуйыласаҡ

Әр-рәхим мәсетендә ҡолап төшкән манара урынына яңыһы ҡуйыласаҡ

Был турала республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡалған 3 манараның ныҡлығын тәьмин итеү һәм тотош бинаның төҙөклөгөн һаҡлау йәһәтенән экспертиза уҙғарыласаҡ. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы.Оператив кәңәшмә башында үткән 7 көнлөккә ҡыҫҡаса байҡау яһау, мөһим ваҡиғаларҙы барлау йолаһы бар. Был юлы Радий Хәбиров тотош ике аҙналыҡ ваҡиға-сараларға байҡау яһаны. Сөнки үткән аҙнала Оператив кәңәшмә булманы, республика етәкселеге рәсми сәфәр менән Иранда эшләне. Уға бәйле айырым доклад та булды. Рәсми делегация составында республиканан 75 бизнес вәкиле лә барған. Беренсе осрашыуҙарҙан уҡ 5 млн долларлыҡ килешеүҙәр төҙөлгән. Ике көн эсендә Иран Ислам республикаһы вәкилдәре менән 250-нән ашыу осрашыу ойошторолған. Тәүһөҙөмтәләр – Башҡортостанда берлектәге балалар уйынсығы етештереү предприятиеһын асыу, Иранға беҙҙә етештерелгән быраулау ҡоролмаларын һәм газтурбиналы двигателдәр һатыу тураһындап килешелгән. Был дәүләт бизнесмендары Башҡортостан ағас материалдары, ашламалар менән дә ҡыҙыҡһына тиелде докладта.Хеҙмәттәшлектең айырым йүнәлештәренең береһе – туризм. Әле Өфөнән Тәһранға тура авиарейс асыу мәсьәләһе өйрәнелә. Быйылғы миҙгел алдынан ике яҡтың да туроператорҙарына ҡаршы сәфәрҙәр ойоштороп турҙар тәҡдим итеү күҙаллана.Республика Башлығы Ислам донъяһы үҙәгедә булған осорҙа Өфөләге Әр-Рәхим мәсетенең 1 көмбәҙ ҡоланы. Был ваҡиғаны юғарынан ишара тип хөрәфәткә инаныусыларға Радий Хәбиров үҙ яуабын әйтте.Манара тергеҙеләсәк, ҡалған 3 көмбәҙҙең ныҡлығын тәьмин итеү һәм тотош бинаның төҙөкләгән һаҡлау йәһәтенән экспертиза уҙғарыласаҡ, ә бына мәсетте тамамлау эштәре 2025 йылдан да иртәрәк булмаясаҡ тип тағы бер хәтергә төшөрҙө республика етәксеһе.

Аҙналағы мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙарға күҙ һалғанда яҙ башлныуы асыҡ сағыла. Республика халҡы юлдарҙа соҡорҙар артыуына күпләп зарлана. Бигерәк тә муниципаль милектәге юлдарға бәйле мөрәжәғәттәр күп. Вице-премьер Алан Марзаев әле юлсылар һыуыҡ асфальт ҡатнашмаһы ярҙамында соҡорҙарҙы ямай тип белдерҙе. Асфальт заводтары 1 апрелдән генә эшләй башлай, сөнки температура 10 градустан түбән булғанда ҡәҙимге асфальт ҡулланып булмай.

Оператив кәңәшмәләге төп докладтарҙың береһе ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә, шулай уҡ подъездарҙы һәм күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға бәйле ине. Торлаҡ хужалығы министрлы билдәләүенсә, “ Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәр 18 апрелдән алып 30 августҡа тиклем эшләнә, “Уңайлы ҡала мөхите” райондарҙа – 1 сентәбргә, ҡалаларҙа – 30 октябргәсә башҡарылырға тейеш. Апрель башына тиклем барлыҡ конкурс процедураларын үтеү бурысы ҡуйылды.Радий Хәбиров үткән йылдарҙағы хаталарҙы ҡабатламаҫҡа һәм йүнһеҙ төҙөүсе ойошмаларҙы дәүләт контракттарына индермәҫкә ҡушты. Күмертауҙаһы “Шахтер” паркы буйынса мәсьәләне хөкүмәткә күсмә кәңәшмә ойоштороп, урында хәл итеү юлын табып ҡайтырға ҡушты.Оператив кәңәшмә йолаһына ярашлы тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе Радий Хәбиров ҡотланы, был дүшәмбелә үҙенең 59 йәшен ҡаршылаған Республика Башлығын барыһы исеменән Хөкүмәт Рәйесе Андрей Назаров ҡотлап үтте.