Республиканың медицина учреждениелары паркы яңы машиналар менән тулыланды

Республиканың медицина учреждениелары паркы яңы машиналар менән тулыланды

37 муниципаль берәмектең үҙәк дауаханаларына 65 махсус автомобиль юлланды. “Өфө-Арена” боҙ йорто алдындағы майҙанда машина асҡыстарын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүсе 14 автомобиль федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған. Уларҙың һәр ҡайһыһы дефибрилятор, электрокардиограф, күсмә пульсоксиметр, үпкәгә яһалма һулыш аппараттары, ҡанда глюкоза кимәлен экспресс асыҡлау приборҙары һәм стандарттарға ярашлы башҡа мөһим ҡоролмалар менән йыһазландырырлған. Автомобилдәрҙең барыһы ла Рәсәй заводтарында етештерелгән.Модулле госпиталь өлгөһөндәге күсмә медицина комплекстары ла федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған. Әлегә ошо техниканың 11 берәмеген табиптар төпкөл ауылдарға сығып тикшереү һәм дауа маҡсатында файҙаланырға ниәтләй. Күсмә комплекстар хәҙерге ваҡытта белгестәргә махсус шарттарҙа юғары сифатлы медицина ярҙамын күрһәтергә булышлыҡ иткән иң яңы ҡоролма, тип танылған.