Ҡар менән бергә асфальт та ирене

Ҡар менән бергә асфальт та ирене

Өфөлә водителдәр ҡар менән бергә ирегән асфальтта соҡорҙар артыуына борсолоу белдерә. Ошо сәбәпле көн һайын башҡалала ғына 20-ләп авария теркәлә. Өфөнөң соҡорло урамдарынан хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова үтте һәм водителдәрҙең борсолоуы урынлы икәненә инанды. Өфөлә Дим районындағы үҙәк урамдарҙың береһендә бына ошондай соҡор барлыҡҡа килгән. Водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп уны урап үтергә мөжбүр. Ҡараңғы төшкәс соҡорға төшкән машиналар туранан-тура эргәләге автосервисҡа юл ала. Был осорҙо автосервистар ғына түгел, шиномонтажкалар ҙа көтөп ала. Аҡса эшләп ҡалыу өсөн бик тә уңайлы мәл. Ә водителдәр көн һайын тиерлек үҙ һәм пассажирҙарының ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мәжбүр. Ирегән ҡар һыуҙары менән тулы соҡорҙар машинаға ғына түгел, водитель һаулығына ла зыян килтерерлек. Республиканың башҡалаһында соҡорҙарға бәйле көн һайын 20-ләп юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Инспекторҙар уларҙы теркәп өлгөрә алмай. Өфөлә хәрәкәт өсөн хәүефле соҡорҙар бихисап. Юлдарҙың был өлөштәрендә 7 марттан махсус техника эшләй. Оҙайлы һәм ҡарлы ҡыштан һуң юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса эште тәүгеләрҙән баш ҡаланың Ленин районы башланы.Райондың коммуналь хеҙмәттәре юлдарҙы ремонтлау өсөн 34 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһын файҙаланған да инде. Шулай уҡ ҡала хакимиәте сайтында интерактив карта эшләй, унда теләгән һәр кем соҡорҙарға бәйле үҙ ғаризаһын ҡалдыра ала.