Башҡортостан концерт залында “Этномәҙәниәт киңлегендә остазлыҡ” секцияһы уҙҙы. Сара “Уҡытыусы һәм остаз” йылы үңайынан республиканың барлыҡ фольклор коллективтарының етәкселәрен үҙендә тупланы. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусылар этномәҙәниәтте популярлаштырыу һәм үҫтереүҙә остазлыҡлың роле тураһында һөйләште. Сығыш яһаусылар халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа йәш быуынды, мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеүҙең кәрәклеген билдәләне. Сараға “Веретенце“ балалар фольклор ансамбле етәксеһе Валерия Петрушина ла саҡырылғайны. Ул үҙ коллективы миҫалында тәжрибәһе менән уртаҡлашты, башҡорт ғөрөф ғәҙәттәре, милли йолалары менән танышты.
Этномәҙәниәт киңлегендә остазлыҡ
Этномәҙәниәт киңлегендә остазлыҡ