Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатына 80 йыл

Ғәзиз Әлмөхәмәтов ис. Республика гимназия-интернатына 80 йыл

Уҡыу йорто Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында етем ҡалған балалар өсөн 3-сө балалар йорто нигеҙендә асыла һәм Совет Армияһы тынлы оркестрҙарына хәрби музыканттар тәрбиәләй. Гимназия - күренекле копозиторҙарҙы, музыканттарҙы, дирижер, йырсыларҙы әҙерләп сығарған легендар уҡыу йорттарының береһе. Уның тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда, Рәсәй ҡалаларында, сит илдәрҙә сәнғәт юлын дауам итә. Юбилей кисәһенә улар ҙа килде. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Башҡортостан дәүләт концерт залы фойеһы 15 март кисендә геү килеп торҙо. Көтөп алынған осрашыуҙар, ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре, ҡайнар ҡосаҡтар һәм сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо.Юбилей тантанаһына коллектив ныҡлап әҙерләнгән. Иң ҡәҙерле ҡунаҡтар рәтендә легендар уҡыу йортон тамамалаусылар, уҡытыусы һәм тәрбиәсе ветерандар, гимназияны төрлө йылдарҙа етәкләгән директорҙар.Гимназия элек-электән ижади коллективтары менән дан тота. Ҡунаҡтарҙы фойела тынлы оркестрҙың уртансы төркөмө һәм барабансы ҡыҙҙар ҡаршы алды. Улар ҙа уҡыуҙы тамамлап киләсәктә башҡа сығарылыш уҡыусылары кеүек гимназия биргән йүнәлеште дауам итер.Бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан класташтарҙың шулай йылы мөнәсәбәттә булыуы, дуҫлыҡ ептәренең ныҡлығы тәрбиәселәрҙең дә ҡаҙанышы.Юбилей концертында гимназияның 200-ҙән ашыу уҡыусыһы ҡатнашты. Тамашасылар алдында төбәк, ил кимәлендәге фестиваль, конкурстар еңеүсеһе — “Өфө фанфарҙары” өлгөлө тынлы оркестры. Дирижеры — Фәнзир Фәйзрахман улы Ниғмәтйәнов.Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика гимназия-интернатын тамамлаусылар араһында танылған исемдәр бихисап. Исемлектә күренекле композиторҙар, дирижерҙар бар. Әгәр 1943-56-сы йылдарҙа тик малайҙарҙы тынлы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтһәләр, хәҙер гимназияла тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары, Фортепиано,Музыка теорияһы,Хорға дирижёрлау һәм йыр,Ҡыллы һәм һыҙғыслы уйын ҡоралдары,Халыҡ уйын ҡоралдары, Башҡорт музыка фольклоры бүлектәре эшләй. Гимназияның йәш музыканттары төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәрҙә еңеүҙәр яулай. “Гармония” өлгөлө хорының ошо көндәрҙә Туапсе ҡалаһы Орленок лагерында үткән Бөтә Рәсәй хор һәм йыр коллективтары фестивалендә еңеү яулауы уҡыу йортоноң юбилейын оло бүләк булды. Бындай еңеүҙәр киләсәктә тағы ла күберәк булыр, сөнки фестивалдәргә барып ҡайтыу өсөн хәҙер ҙур, яңы автобус та бар. Ул Башҡортостандың мәғариф министрлығы бүләге. Йәш гимназистар менән бер сәхнәлә төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамалаусы музыканттар. Уларҙың һәр кеме үҙ юлы менән бара, әммә уларҙы уртаҡ башланғыс берләштерә – оло тарихлы, данлыҡлы Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика гимназия-интернаты.