Радий Хәбиров Ульяновскиҙа Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушев ойошторған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сарала федераль министрлыҡ һәм ведомстволар, Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Волга буйы федераль округының төбәк етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә мәғлүмәти һәм Интернет хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ барҙы. Именлек Советы секретары Донъя мәғлүмәт селтәренән йәштәргә тағылған ят һәм емергес ҡиммәттәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү сараларына баҫым яһаны. Был йәһәттән тарихи хәтерҙе һаҡлау, мәғлүмәт даирәһендә Рәсәйҙең суверенитетын нығытыу зарур. Америка Ҡушма Штаттары менән уларға эйәреүсе Көнбайыш дәүләттәре глобаль өҫтөнлөккә өлгәшеү маҡсатында, тотош цифралаштырыу шарттарын файҙаланып, үҙҙәренең яңы либераль ҡиммәттәрен таратырға маташа. Николай Патрушев фекеренсә, бөгөн ошо ғәмәлдәргә сик ҡуйыу һәм Рәсәй субьекттарының мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим. Кәңәшмәлә шулай уҡ халыҡтың хоҡуҡи белем кимәлен күтәреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Төбәктәргә Көнбайыш илдәренең йәмәғәт аңы менән идара итергә тырышыуын киҫәтеүҙе күҙ уңында тотҡан ғилми һәм социаль проекттар ҡороу һәм уларҙы бойомға ашырыу программаларына булышлыҡ итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.
Радий Хәбиров Ульяновскиҙа кәңәшмәлә ҡатнашты
Радий Хәбиров Ульяновскиҙа кәңәшмәлә ҡатнашты