Өфөлә 33-сө АгроКомплекс халыҡ- ара күргәҙмәһе барышында ауыл хужалығы техникаһын етештереү буйынса ике предприятие асылды. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙа. Предприятиеның береһе Башҡаланың Киров районындағы Локотки ауылында урынлашҡан. Бында «Фермер РБ» сылбырлы тракторҙарын йыйыу ойошторолған. Уларҙы Мозырь машиналар төҙөү заводының «Беларусь-2103» тракторы машина комплекттары нигеҙендә сығарасаҡтар. Техника яланда эшләү өсөн уңайлы.. Әлеге мәлдә төбәктә бындай класлы сылбырлы тракторҙарҙы килтереү өсөн бүтән альтернатив мөмкинлек юҡ.Ә Стәрлетамаҡ районында "БашАгроМаш" компнаияһының яңы цехы үҙ эшен башланы. Унда "Чулпан-100" сапҡыстарын йыйыу башҡарыласаҡ. Ауыл хужалығы машинаһының конструкцияһы тулыһынса Башҡортостандыҡы булһа, двигателдәре Минск мотор заводында етештерелә. Был сапҡыстар беҙҙең аграрийҙарға яҡшы билдәле һәм сит ил аналогтарынан ҡалышмай. Өҫтәүенә улар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, "Росагролизинг" аша льготалы программа аккредитацияһы үткән.
Өфөлә ике предприятие асылды
Өфөлә ике предприятие асылды