Уға үткән йыл март айында нигеҙ һалынғайны. Дөйөм майҙаны – 18,3 мең квадрат метрҙан ашыу. Күләмле төҙөлөш “Мәғариф” милли проекты һәм концессия килешеүе ярҙамында алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәт Альбина Зәйнетднова репортажында. Фәнис Саматов рация аша крандағы йөктө урынына еткерергә ярҙам итә. Мәктәптең шартлы рәүештә А блогында төҙөүселәр дүртенсе – һуңғы ҡатты күтәрә. Республиканың иң ҙур мәктәптәренең береһе үткән йылдың март айында һалына башлағайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бина тотош күтәрелеп килә. Төҙөлөш эштәре 36 процентҡа башҡарылған.Төҙөлөш объекттың бөтә блоктарында ла бер юлы алып барыла.Мәктәптең үҙәк корпусы тотош күтәрелгән, тәҙрәләр ҡуйылған ошо көндәрҙә бында эске эштәр башланырға тора. Ике спорт залы ла әҙер. Мәктәп биләмәһендә спорт үҙәге урын аласаҡ, ҙур стадион төҙөләсәк. Мәктәптең тотош биләмәһе 3 гектар ерҙе биләй. Был мәктәпте яңы ғына барлыҡҡа килгән, әммә әүҙем үҫешкән Затон-Көнсығыш микрорайоны халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Затон менән Өфөнө тоташтырыусы биләмә, ысынлап та, иң перспективалы райондарҙың береһе. Үткән йылдан алып ҡына бында 100 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылған. Халыҡтың һаны арта. Әммә Затон мәктәптәре бер-нисә сменала эшләп тә, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. 1 мең 225 уҡыусыуға тәғәйен яңы мәктәп был проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Объекттың дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу. Уҡытыу классатыры, ике спорт залы, ашхана, тамаша залы. Ҡәҙимге мәктәптән бер генә айырма. Күләмле төҙөлөш концессия килешеүе ярҙамында алып барыла. Ябай тел менән әйткәндә, төҙөлөштө, башлыса, инвестор, банк һәм өлөшләтә генә федераль бюджет финанслай. Затон-Көнсығыш микрорайоны мәктәбе 2023 йылдың декабрендә әҙер булырға тейеш. Әммә объектты төҙөүселәр уны йәй уртаһына файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй.
Өфөнөң "Затон-Көнсығыш" микрорайонында 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә
Өфөнөң "Затон-Көнсығыш" микрорайонында 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә