Күркәм юбилейға яңы йыр менән уникаль хор

Күркәм юбилейға яңы йыр менән уникаль хор

Өфөнөң 450 йыллығы тантаналарына етди әҙерлекте йәш йырсылар башланы. 270 бала һәм үҫмерҙе берләштергән йыйылма коллектив беренсе берҙәм репетицияһын үткәрҙе. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең Өфө йыйылма хоры күнекмәләрен хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева күҙәтте.Был ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы бер, уртаҡ мауығыу берләштерә – улар йырларға ярата. Хор дәрестәренә лә ошо һөйөүен ҙур сәхнәнән танытыу теләге менән килгәндәр. Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәрҙең йыйылма хоры хакимиәт башлығы Радмир Мәүливтың таҡдиме һәм махсус ҡарары менән ойошторолған. Етәксеһе итеп Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Эльвира Етеханова тәғәйенләнгән. Тәжрибәле хормейстер беренсе берҙәм репетицияға тиклем йырсыларҙы төркөмдәргә бүлеп бер нисә күнекмә үткәргән. Хорҙа ҡатнашыр һәр баланы, музыка мәктәптәренә барып, тауышын тыңлап, һайлап алған. Балалар башҡарыр әҫәрҙәрҙе лә Эльвира Наил ҡыҙы ҙур яуаплылыҡ менән һайлай. Йыр күркәм һәм бөйөк шәхес тәрбиәләргә, уның тыуған төйәкте данлағаны шул шәхесте илһөйәр итеп үҫтерергә, ә бергә башҡарылғаны теләктәшлек-берҙәмлекте нығытырға булышлыҡ итә. Өфөнөң йыйылма хоры йәш башҡарыусыларҙы ғына берләштермәй. Бөгөндән был коллектив музыкаль мәктәп уҡытыусыларын һәм ата-әсәне дә берҙәмләштерә. Осрашыуҙар урыны — Өфө сәнғәт училищеһы. Репетициялар һәр йәкшәмбе үтә. Балаларҙың күтәренке кәйефен “йоҡторған” ата-әсә форсат булһа үҙҙәре хорға тупланырға әҙер. Сәнғәттең күңелдә иң нескә ҡылдарҙы тирбәтер һәләте барыһына ла мәғлүм. Йыйылма хорҙың беренсе репетицияһына йәш йырсыларҙың туғандары ла килгән. Хормейстер Эльвира Етеханованың йыйылма хор менән оҫталыҡ дәресен сәнғәт училищеһы Пушкин картаһы программаһы сиктәрендә ойошторған.Балалар һәм үҫмерҙәрҙең Өфө йыйылма хоры тәүге ҙур сығышын Бөйөк Еңеү көнөндә көтә. Һөйөклө башҡалабыҙҙың юбилейына иһә коллектив үҙенсәлекле бүләк әҙерләй. Әҫәрҙе бойомға ашырыу республиканың билдәле авторҙарына йөкмәтелгән. Ярты быуат эшмәкәрлеген балаларҙы өс йәштән хор йырына өйрәтеүгә бағышлаған ватандашыбыҙ Георгий Струве “Милләтте тел һәм йыр берләштерә”, тигән васыят ҡалдырған. Бөгөн дәүләт ҡеүәтен нығытыр көс талап ителгәндә Өфө ошо васыятҡа тоғролоғон күрһәтә. Тыуған ерҙең шанлы тарихына, яратҡан башҡаланың күркәм юбилейына, матурлыҡҡа ынтылыш, ғәҙеллек, намыҫ, изге бурыс тойғоларын тәрбиәләгән сәнғәт тантанаһына дан йырлап.