Өфөлә 1991 йылдан башлап 33-сө тапҡыр Халыҡ-ара Аграр сәнәғәт форумы асылды. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған «Агрокомплекс» махсуслаштырылған күргәҙмәһе быйыл рекорд кимәлендәге 17 мең 600 квадрат метр майҙанды биләне. Мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар менән Рәсәй ауыл хужалығы министры Андрей Разин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы.Был ханымдар ауыл хужалығы өсөн сағыштырмаса яңы эшҡыуарлыҡ төрө – аграр туризм менән шөғөлләнә. Бужа-тау итәгенә хәҙер сәйәхәтселәр милли ризыҡ тәмләргә генә килмәй, бында үҙенсәлекле аш әҙерләргә өйрәнергә, милли кәсептәрҙе танып белергә була. Тәбиғәт ҡомартҡыһы – Ғүмәр тарлауығы. Кооператив ҡунаҡтарҙың Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәрен дә мауыҡтырғыс ял менән арбай.Мәптәбәле күргәҙмәләр йүнселдәргә тауарын танытыу ҙа, шул тауарҙы һатыу даирәләрен киңәйтеү мөмкинлеген дә аса. Ул тауар хатта иң ябай, иң күп, иң кәрәкле икмәк булһа ла. Стәрлетамаҡ икмәкселәре «Агрокомплекс» күргәҙмәһендә икенсе йыл рәттән ҡатнаша.Күргәҙмә ВДНХ-ЭКСПОның тышҡы һәм эске майҙанында – эшләй. Радий Хәбиров федераль министрлыҡ һәм сит ил аграр тармаҡ вәкилдәре менән тармаҡ техникаһы өлгөләрен дә, эшкәртеүсе сәнәғәт һәм фермер продукцияһын да ҡараны. Бында Рәсәйҙең 37 төбәгенән, Беларусь, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Кореянан килгән 340 компания, 45 ауыл хужалығы кооперативы үҙ тауарын таныта. Ауыл хужалығы техникаһының 180 төрө күрһәтелә. Форумдың эшлекле программаһы “Рәсәй ауылы киләсәге – стратегик талаптар, милли асыштар, йәш лидерҙар” тигән өндәүгә тап килә. Пленар ултырышта Рәсәй һәм Беларусь республикаһы төбәктәрендә уңышлы эшләгән предприятие вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша. Йәштәр өсөн айырым белем биреү йыйыны ойошторола, эшҡыуарҙар үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытып сауҙа конференциялары үткәрә. 2023 йылдағы иң яҡшы продукт, техника, ауыл хужалығы культураларының яңы сорт өлгөләре, үҫемселектә иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше, малсылыҡта яңы технологиялар кеүек алдынғы проекттар ярышында еңеүселәр лайыҡлы миҙалдар яулай. Башҡортостандың аграр комплексы 2022 йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙең тулайым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө, Рәсәйҙә 11-се урынға сыҡты. Ҡымыҙ бешеү буйынса Башҡортостан илдә лидер дәрәжәһендә. Төбәктең эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары республика ҡулланыусыһын ризыҡ төрҙәренең барыһында ҡәнәғәтләндерә Башҡортостан бары йәшелсә емеште ситтән һатып ала. Был йәһәттән ҙур инвестиция проеттары ғәмәлдә. Инвестициялар шулай уҡ малсылыҡ менән ит етештереү тармаҡтарына ла һалына. Фермер хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы грант программалары аша күрһәтелә. Аграр комплекс эшмәкәрлегенең көнэлгәре йыл йомғаҡтары “Торатау” Конгресс-Холында ойошторолған кәңәшмәлә барланды. Бында Волга буйы федераль округы төбәктәренең аграр сәнәғәт комплексы етәкселәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин тармаҡ ведомствоһы етәкселәренең отчетын ҡабул итеп яҙғы сәсеү эштәренә бурыстар билдәләне. Башҡортостан быйыл сәсеүлек майҙандарын йәнә өс мең ярым гектарға киңәйтергә ниәтләй. Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округында фитосанитар хәл, орлоҡтар, минераль ашламалар менән тәьмин итеү, яғыулыҡ, техника әҙерлеге, башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Өфөлә Халыҡ-ара Аграр сәнәғәт форумы эшләй
Өфөлә Халыҡ-ара Аграр сәнәғәт форумы эшләй