Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булғандарға был осор сабырлыҡ, изгелек һәм түҙемлек осоро. Тәүлектең яҡты мәлендә мосолмандарға ризыҡ менән һыуҙан, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылып тороу фарыз. Билдәләнгән ваҡыт кеше өсөн хас булған тойғоларҙан баш тартыу ғына түгел, ә мәңгелек ҡиммәтәр тураһында ла уйланырға бирелә. Диндарҙарҙы Ураҙа айы менән Башҡортостан мосолмандары Дини назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин тәбрикләне. Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Быйыл ул апрелдең егерме беренсе көнөнә тура киләсәк. Киләһе айҙың өсөнсө йомаһы Башҡортостанда байрам көнө тип иғлан ителә.
Донъя мосолмандары изге ай – Рамаҙан-шәрифкә аяҡ баҫты
Донъя мосолмандары изге ай – Рамаҙан-шәрифкә аяҡ баҫты