Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡыҙыл байраҡ тапшырылған көн

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡыҙыл байраҡ тапшырылған көн

81 йыл элек Башҡортостан хөкүмәте Дим биҫтәһендә ойошторолған атлылар етәкселегенә байраҡты бирә һәм наказдар менән фронтҡа оҙата. Шайморатов дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 4 мең саҡрымдан ашыу юл үткән. Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була. Ҡыҙыл Армияның бер берләшмәһендә лә шунса геройҙар юҡ. Әле Украинала махсус хәрби операцияла Шайморатов исемендәге батальон ҡатнаша. Өфөлә Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды.