Полиция ни өсөн автомобилде эҙләмәй?

Полиция ни өсөн автомобилде эҙләмәй?

Учалынан Нургиз Сәлимов Өфөнөң полиция хеҙмәткәрҙәренән урланған автомобилен эҙләүҙе талап итә. Биш йыл асылған енәйәт эше әле нишләптер туҡтатылған. Асыҡланыуынса, автомобиль Ҡазахстанға ҡыуылған. Был илдән мөлкәтте кире ҡайтарыу урындағы ҡануниәт буйынса байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Автомобиль ни рәүешле мутлашыусылар ҡулына эләккән, уны кире ҡайтарыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Шәхси транспортты ҡуртымға биреүҙең күңелһеҙ эҙемтәләре тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажында.Нургиз Сәлимовтың машинаһынан бына ошо брелок ҡына тороп ҡалған. Ул үҙ теләге менән мутлашыусыларға тимер атын биреп ебәргән.Тәҡдим бик ҡыҙыҡтырғыс тойола егеткә. Һөҙөмтәлә Нургиз Рәмис Мостаев исемле иргә автомобилен ҡуртымға тапшыра. Бының өсөн егеткә айына етмеш мең һум аҡса түләргә вәғәҙәләйҙәр. Икенсе көнөнә үк ул алданғанын аңлап ҡала. Ярҙам тапмағас егет машинаһын һәм мутлашыусыны үҙе эҙләргә тотона. Нургиз биш йыл эсендә өс тапҡыр машинаһын Ҡазахстан биләмәһендә таба. Әммә уны ысын хужаһына ҡайтарыр өсөн транспорт халыҡ-ара эҙләү статусында булырға тейеш. Беҙ сетеркле хәлгә аңлатма биреүҙе һорап Башҡортостандың эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт иттек.Ҡазахстанда Сәлимовтың хоҡуҡтарын яҡлаусы юрист бөтә бәлә урындағы ҡануниәттең етешһеҙлегендә, тип иҫәпләй. Асыҡланыуынса, Рәмис Мостаев урланған машинаны страховка полисы менән генә һатып ебәргән. Машина рәсми рәүештә иҫәптән дә алынмаған. Рәсәйҙә Нургиз Сәлимов кеүек алданыусылар бихисап. Ҡазахстан етәкселеге лә был мәьәләгә ҡарата иғтибарҙы арттырҙы. Урындағы эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡазахстан республикаһында Рәсәйҙән килтерелгән, әммә рәсмилләштерелмәгән 300 меңдән ашыу автомобиль иҫәптә тора. Нургиз Сәлимов иһә Өфөнөң полиция хеҙмәткәрҙәренән яуап көтә. Уның автомобиле халыҡ-ара эҙләүгә ҡуйылған осраҡта, машинаны Ҡаҙағстандан Рәсәйгә ҡайтарыу мөмкинлектәре бермә-бер артыр ине.