Иглин районы Субаҡай ауылындағы янғында өс баланың тәне бешкән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ата-әсәһе балаларын өләсәһенә ҡалдырып эш буйынса ҡалаға киткән. Улар һарайға инеп шырпы менән уйнай башлай. Янғын башланғас, һүндереп ҡарайҙар. 2009, 2011, 2014 йылғы балаларҙың тәндәре бешә. Әле улар дауаханала. Янғын һүндереүселәр ут менән 21 сәғәттән ашыу көрәшә.