Өфөлә “Мин исламды өйрәнәм” тип исемләнгән 13-сө төбәк-ара конкурс үтте.
Унда 16 йәшкә тиклемге балалар динде белеү һәм мосолмандарҙың изге китабы Ҡөръәнде тасуири уҡыу буйынса һынау тотто. 15 йәшлек Иҙел тиҫтәләгән Ҡөръән сүрәләрен яттан белә. Уларҙың һәр береһен бар күңелдән башҡара ул. Сығышы уңышлы үтһен өсөн дә доға ҡыла. Дин юлына баҫҡандан бирле Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан айырмай, бөтә эштәрем дә уң килә, ти үҫмер. Иҙел Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан конкурста ҡатнашырға килгән. Уның менән бер рәттән республика райондарынан ғына түгел, хатта Ульянов, Ырымбур һәм Ҡурғандан тағы ла ике йөҙләгән бала дин өлкәһендә белемен күрһәтергә “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә йыйылды. Балалар өс номинация буйынса һынау тотто. Беренсе бүлектә дингә тәүге аҙым яһаусылар, икенселә исламды ике йыл дауамында өйрәнеүселәр, ә һуңғылары инде бөтә тәғлимәттәрҙе лә яҡшы белеүселәр. Улар имтихандағы кеүек билеттар алып, һорауҙарға яуап бирҙе. Баһалама ағзалары һораған аят-сүрәләрҙе йә уҡып, йә яттан һөйләне. Ҡөръән уҡылған урынға Аллаһы Тәғәләнең фәрештәләре килеп уҡыусыға ла, тыңлаусыларға ла хәйер доғалары ҡылып торор тиелә. Шуға ла бында кешеләр тейешле кейемдә: ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынырға, оҙон еңле һәм оҙон итәкле күлдәктә булырға тейеш. Юғиһә, фәрештәләр килмәй икән. Ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы тап ошо конкурс өсөн махсус костюмдар тектергән. Бәләкәй генә ҡыҙҙар ҙа яулыҡ ябынған, ә малайҙар — түбәтәйҙә. Был тәү сиратта, ата-әсәләренең бәйгегә яуаплы ҡарауҙарын күрһәтә. Элек уҡырға мөмкинлеге булмаған өлкәндәр хәҙер үҙҙәренең балаларын ислам диненең асылын өйрәтергә мәсеттәргә теләп килтерә, ти Асҡын районының имам-мөхтәсибы. Конкурста еңеүселәргә башҡа йылдарҙан айырмалы, компьютер, планшет түгел, ә велосипед кеүек спорт инвентарҙары бүләк иттеләр. Был йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән эшләнде, ти ойоштороусылар. Һәр ҡатнашыусы Бөтә донъя мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе ҡулынан диплом алды. Телде, милләтте һаҡлап ҡалыуҙа диндең әһәмиәте ҙур, ти Тәлғәт Тажетдин. Ҡөръән – ул Аллаһы Тәғәлә һүҙе. Мосолман изге китапты уҡыуҙан күңел тыныслығы, ауырыуҙарына шифа һәм тормошонда тура юл таба, тиелә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр бала быны яҡшы аңлай һәм конкурсҡа түгел, ә тәү сиратта үҙҙәре өсөн ятлаған сүрәләрҙең йәшәйештә ярҙам итеүенә ихлас ышана.