Республика башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеген юлдарҙағы соҡорҙар өсөн ҡаты шелтәләне. Был турала Радий Хәбиров республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Юлдарҙағы соҡорҙарға бәйле инцидент менеджмент системаһына ла мөрәжәғәттәр күп килә. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Оператив кәңәшмәне Радий Хәбиров ҡыуаныслы хәбәр менән асты. Владимир Путин Указына ярашлы, мобилизацияланыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта башлай. Апрель башында ҙур төркөмдәр көтөлә. Хәрбиҙәрҙе ҡайтарыу өсөн транспорт мәсьәләһен, уларҙы ҡаршылау сараларын алдан хәстәрләргә ҡушты Республика башлығы. Ярты йыл хеҙмәтен тултырып ике аҙна ялға ҡайтыусылар араһынан ике яҡташыбыҙ кәңәшмәгә саҡырылған ине. Радий Хәбиров уларға юғары наградалар тапшырҙы. Башҡортостан Милли китапханаһы етәксеһе, ә әлеге ваҡытта мобилизация буйынса Махсус операцияла Комендант батальонының рота командиры урынбаҫары булып хәрби хеҙмәт үтеүсе Марат Зөлҡәрнәев Салауат Юлаев Ордены менән бүләкләнде. Башҡортостан егеттәренән торған полк командиры урынбаҫары Айҙар Исмәғилевҡа Генерал Шайморатов ордены бирелде.Яңылыҡтарҙан кадрҙар составындағы үҙгәрештәрҙе лә билдәләп китергә кәрәк. Ағиҙел ҡалаһы мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы Денис Ирназаровҡа йөкмәтелде. Кушнаренко районын Марат Латыпов, ә Краснокаманы Алексей Горбачев етәкләйәсәк. Үҙгәрештәр башлыса ҡайһы бер етәкселәрҙең инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдыра алмауы менән бәйле тигән фараз урынлы. Әйткәндәй, ике аҙна эсендә хөкүмәт инвесторҙар өсөн талаптарҙы йомшартыу проектын әҙерләргә бурыслы. Әлеге шарттарҙа эшләргә теләгән йүнселдәргә ер биреү, эш асыу өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк тине Радий Хәбиров.Төп докладтарҙың береһе, яҙ һайын яңырған бәлә – юлдарҙағы соҡорҙарға бәйле ине. Яуаплы ведомстволар төп эштәр яҡын арала башлана, әле һалҡын асфальт ҡатнашмаһы ярҙамында соҡорҙар ямала тип рапортланы. Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың оҙонлоғо 13 мең 597 км тәшкил итә. Шуның 9 мең километрҙан ашыуы асфальтлы. Былтыр юлдарҙағы соҡорҙарға бәйле мөрәжәғәттәрҙең 95 проценттан ашыуы эшләнгән. Юл һыҙаттары буйынса эштәр майҙа башлана. Быйыл 1 мең ярым саҡрымдан ашыу юл термопластик менән һыҙылһа, 12 мең километр юл ябай буяу менән билдәләнәсәк. Сығыштарҙы тыңлағандан һуң Республика Башлығы юлсыларҙы тәнҡит утына тотто.Оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек тә баһаланды. Гидрометеорологтар билдәләүенсә, быйыл ерҙәге дым запасы 10-20 процента аҙыраҡ. Тупраҡ та үткән йылдарҙағынан ҡарағанда һайыраҡ туңған, тимәк ҡар һыуҙары ергә тиҙерәк һеңә башлар тип фаразлана. Төп хәүефтәр тау-дала йылғаларында һаҡлана. Урал аръяғында йылғалар быйыл 8-10 көнгә иртәрәк, 1-4 апрелдә боҙҙан әрселеүе көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ташҡын осорона тейешле техника, ҡотҡарыу бригадаларын һәм ваҡытлыса йәшәү урындарын әҙерләгән. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға әҙерлек тураһында Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин сығыш яһаны. Был маҡсатҡа төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 2 миллиард ярым һум тотоноласаҡ. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары айырым иғтибарҙа, улар өсөн айырым исемлек буйынса юлламалар биреләсәк.
Эх, юлдар...
Эх, юлдар...