Ошо уңайҙан Өфөлә Росгвардия көнө һәм “Толпар” махсус отряды ойошторолоуҙың 30 йыллыҡ юбилейына арналған тантана үтте. Хәрбиҙәр һәм хеҙмәт ветерандарын Республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Үҙ эшенә һәм дәүләткә тоғролоғон минут һайын иҫбатлаған Росгвардия хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт йүнәлештәренең барыһында ла юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә. Бөгөн хәрбиҙәр махсус операция биләмәһендә тыныс халыҡ именлеге һәм стратегик мөһим объекттарҙың төҙөклөгөн һаҡлай. Ҡатмарлы хеҙмәт шарттарында күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә байрам уңайынан ойошторолған тантанала юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Хәрби хеҙмәт ветерандары ла Ватан һаҡсыһы бурысына тоғро ҡала. Республикала Росгвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән 600-ҙән ашыу ветеран бар. Улар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә ярҙам итә.
Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәренең тыуған көнө билдәләнде
Рәсәйҙә Милли гвардия ғәскәрҙәренең тыуған көнө билдәләнде