Бында меңәрләгән экспонат һаҡлана, иң күбеһен ҡурсаҡтар алып тора. Экспозицияларҙың Совет осорона ҡарағаны ла бар. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов бала-саҡ хәтирәләренә ҡайтты.Рәйсә Шәйхетдинова 32 йылдан ашыу мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һатып алған йә бүләк ителгән уйынсыҡ-ҡурсаҡтарҙы ул йыйып барған. Өйҙәрендә урын етмәй башлағас, музей асырға ҡарар иткәндәр.Был шөғөлдө ҡыҙы һәм кейәүе лә әүҙем күтәреп алған. Гүзәл менән Артур Кәлимуллиндар — эшҡыуарҙар һәм магазиндарында музей өсөн айырым бүлмә ойошторалар. Хәҙер үҙҙәре лә төрлө экспонаттарҙы йыйыша.Әйберҙәрҙе бөтә Совет республикаларынан туплағандар. Рәсәй төбәктәренән, Башҡортостан ҡалаларынан да һатып алғандар. Ҡайһы берҙәрен Өфө баҙарҙарынан эҙләп табалар. Райондаштары ла музейға боронғо йә тарихи экспонаттарҙы йыйышырға ярҙам иткән. Улар араһында ҡиммәтле, 19-сы быуатҡа ҡараған ҡурсаҡтар ҙа бар.Экспонаттарҙың күберәге Совет осорона ҡарай. Бында ҡурсаҡ-уйынсыҡтар, кейем, спорт тауарҙары, аҡса, көнкүреш әйберҙәре, йорт йыһаздары тупланған.Бала-саҡ музейына ҡурсаҡтар башланғыс һалған. Хәҙер уларҙың һаны 200-гә яҡынлаша. Рәйсә Шәйхетдинова ҡурсаҡтар хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер, уларҙың һәр береһенең тарихын да белә. Халыҡта “Әсәнәң күргән тун бескән”, тигән мәҡәл бар. Гүзәл Кәлимуллина ла оҫта ҡурсаҡ йыйыусылар кеүек был коллекция менән генә туҡтарға йыйынмай.Борайҙа музей ойоштороусыларҙың был шөғөлө Башҡортостан Башлығының да иғтибарын йәлеп итте. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ошо хаҡта яҙып сыҡты. Музейға балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар йыш килә. Әйткәндәй, ингән өсөн аҡса алмайҙар һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына булһа ла бушлай Совет осорона ҡайтып килергә мөмкин.
Борайҙа эшҡыуарҙар үҙенсәлекле музей асып ебәргән
Борайҙа эшҡыуарҙар үҙенсәлекле музей асып ебәргән