Башҡортостанда эксперименталь физика буйынса турнир ойошторолдо

Башҡортостанда эксперименталь физика буйынса турнир ойошторолдо

Республика райондарынан йыйылған 8-9 класс уҡыусылары үҙ-ара көс һынашты. Бәйге Өфөнөң Халыҡтар дуҫлығы орденлы Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияһында уҙҙы. Сараға саҡырылған билдәле ғалимдар ҡатнашыусыларға лекциялар ҙа уҡыны. Турнир барышын хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева күҙәтте. Пластик стакандың эске күләмен иҫәпләп сығарыу менән мәшғүл Өфөнөң 130-сы мәктәбе командаһы. Бының өсөн улар линейка ғына түгел, хатта төрлө ярмалар ҙа ҡуллана. Мәсьәләне дөрөҫ сиселеше генә түгел, уҡыусыларҙың ижади ҡарашы ла юғары баһалана. Сираттағы бүлмәлә иһә икенсе команда амперметр һәм фольга ярҙамында ток көсөн асыҡларға тырыша. Йәмғеһе турнирҙа эксперименттарға ҡоролған 11 мәсьәлә. Уларҙы сисеүгә ике сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Эксперименталь физика буйынса турнир уҙған йылдың декабрь айынан уҡ башланған. Конкурстың һайлап алыу турында 75 команда ҡатнашҡан. Ә финалға иң көслө 10 команда үткән. Турнир Башҡортостан Башлығының гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Фонд бер-нисә йыл рәттән инде мөһим социаль проекттарҙы күтәреүгә конкурстар уҙғара.Балаларҙың һәләттәрен үҫтереү, физиканы тәрән өйрәнеү, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән был турнир ҙур әһәмиәткә эйә, ти ойоштороусылар. Быйыл ул 8-9 класстар өсөн уҙғарылһа, киләсәктә уның даирәһен киңәйтеү күҙаллана.Шулай уҡ, сараға билдәле ғалимдар, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессорҙары саҡырылғайны. Улар турнирҙа ҡатнашыусыларға физика, математика һәм химия буйынса лекциялар уҡыны. Лекцияларҙан һуң, тантаналы рәүештә турнирҙың еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан “Квант” командаһы иң күп балл йыйып, беренсе урынды яуланы. Уларға “Сикләүҙәрһеҙ белем биреү” мәғариф үҙәгендә Мәскәү дәүләт университеты профессорҙары уҙғарған физика дәрестәренә бушлай йөрөү өсөн сертификат тапшырылған.