Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында

Тулыраҡ: Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында

Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарында.

Федоровкала Рөстәм Хәмитов мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул балаларға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, мәктәптәрҙә икенсе смена булырға тейеш түгел. Республика етәкселеге бының өсөн барыһын да эшләйәсәк. Райондың Ново-Михайловка ауылы янында яңы күпер ҙә төҙөлгән. Район өсөн ул бик кәрәк. Сөнки бында Покров-Эннат монастырына йылына 10 меңләп кеше килә. Рөстәм Хәмитов Федоровкала Балыҡ хужалығы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Республика башлығының эш сәфәренә арналған сюжетты яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.