Башҡортостанда инвестиция ҡануниәтен камиллаштырырға кәрәк

Башҡортостанда инвестиция ҡануниәтен камиллаштырырға кәрәк

Закондарҙы яңыртыу, уларҙы тейешле нормаға еткереү көнүҙәк булып тора. Үҙгәрештәр, тәү сиратта, төбәк иҡтисады өсөн әһәмиәтле. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышында белдерҙе.Кәңәшмәлә инвесторҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Йүнселдәр, мәҫәлән, ауыл хужалығы, юл сервисы тармағында бюрократия булыуы тураһында белдерә. Бигерәк тә, ҡуртымға ер алыу ауыр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, шәхсән инвесторҙар яҡлы. Республикаға аҡсаларын бүлергә ниәтләүселәр, ҡануниәттәге айырым пункттарҙағы ҡатмарлыҡтар арҡаһында, әлегә ситкә китергә мәжбүр.