Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһында төҙөлөш объекттары әҙерлеген ҡараны

Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһында төҙөлөш объекттары әҙерлеген ҡараны

Республика башлығының эш сәфәре тураһында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева.Өлкән йәштәгеләр өсөн психоневрология интернатының яңы 60 урынға иҫәпләнгән торлаҡ бинаһы 2022 йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған. Директор Айҙар Әйүпов беренсе ҡатта хәрәкәте сикләнгән граждандарға тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙы күрһәтә. Бында 24 кеше урынлаша ала. Икенсе ҡатта 36 урын. Яңы бинаның майҙаны 2 мең квадрат метр. Уны сафҡа индереү интернатта йәшәү шарттарын яҡшырта. Оло йәштәге кешеләрҙе хәҙер бер бүлмәгә өстән артыҡ урынлаштырмаҫҡа мөмкин. Был яңы СанПин талаптарына тап килә. Хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү ҙә ҡаралған. Һәр бүлмә видеокүҙәтеү камераһы һәм персоналды саҡырыу нөктәһе менән йыһазландырырлған. Интернатта йәшәгән өлкәндәр өсөн ихатала ял майҙансыҡтары ҡорола. Яңы биналар «Демография» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә федераль һәм төбәк бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Лицензия документтары раҫланғас та тәүге пациенттар яңы бүлмәләргә күсенә ала.Республика башлығы Благовещенда йәнә бер торлаҡ төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды. Был йортта иһә дәүләт яғынан ярҙамға мохтаж йәштәр фатир алған.Комаров урамындағы был йорт бәхетһеҙ 13 һанын раҫлағандай тиҫтә ярым йыл оҙайлы төҙөлөш майҙаны булған. Үткән декабрҙә, ниһайәт, фатирҙар файҙаланыуға тапшырылған. Бында 27 етем бала өй туйлау бәхетенә өлгәшкән. Үҙ фатиры асҡысын биш йыл тирәһе түҙемһеҙләнеп көтөп алған Ксения Алешкова өсөн был иң иҫтәлекле көн. Ул яҡындары менән Башҡортостан башлығын ҡаршыларға һуңғы әҙерлек эштәрен тамамлай. Үзбәк былауы, башҡорт сәк-сәге, рус ҡаластары – өҫтәлдәге ризыҡтар 26 баланы уллыҡҡа алып тәрбиәләгән Ирина Вервельская ғаиләһенең милләт төрлөгөн һындандыра. Ксения яңы фатирҙа махсус хәрби операциялағы тормош иптәшен отпускыға көтә. Ике ҡатҡа түбәнерәк ошондай уҡ фатирҙа шулай уҡ етем бала булараҡ торлаҡ алған Ольга Боброва менән осраштыҡ. Йәш ҡатын фатирына тормош иптәше һәм йәш ярымлыҡ балаһы менән декабрҙә үк күсенгән.Благовещен районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән дә осрашты.