Яҙ һайын яңырған бәлә

Яҙ һайын яңырған бәлә
Республика башлығы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығын юлдарҙа тәртип урынлаштырырға саҡыра. Водителдәр соҡорҙарҙың көндән-көн арта барыуына борсолоу белдерә һәм тейешле ведомстволарға мөрәжәғәттәр яуҙыра. Һыу менән тулған тәрән соҡорҙар Өфөлә йәшәүселәр өсөн яҙ һайын ҙур һынауға әйләнә. Тәрәнлеге лә, ҙурлығы ла күренмәгән соҡорҙарҙа көн һайын тиерлек 20-ләп водитель зыян күрә.  Водителдәр көн һайын тиерлек үҙҙәренеңғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мәжбүр. Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың оҙонлоғо 13 мең 597 саҡырым. Шуның 9 мең километрҙан ашыуы асфальтлы. Былтыр юлдарҙағы соҡорҙарға бәйле мөрәжәғәттәрҙең 95 проценттан ашыуы эшләнгән. Юл һыҙаттары буйынса эштәр майҙа башлана. Быйыл 1 мең ярым саҡырымдан ашыу юл термопластик, 12 мең километр юл ябай буяу менән һыҙыласаҡ.