Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала “Транспорт һәм төҙөлөш сәғәте” барышында белдерҙе. Быйыл төбәктә оҙонлоғо 218 саҡрымлыҡ 19 юлды һәм ауыл-ҡасабаларҙағы 16 урамды тәртипкә килтерергә кәрәк. Иң ҙур проекттарҙың береһе – Баймаҡ, Хәйбулла райондары аша уҙған Сибай-Аҡъяр трассаһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ – Раевка трактын яңыртыу. Был автомобиль юлдарына 16 йыл ремонт яһалғаны юҡ. Бәләбәй, Өфө, Асҡын, Яңауыл, Салауат райондарындағы юлдарға ла иғтибар етмәй, тиелде ултырышта.
Башҡортостан юл селтәренең сифаты һәм хәүефһеҙлеген арттырырға кәрәк
Башҡортостан юл селтәренең сифаты һәм хәүефһеҙлеген арттырырға кәрәк