Өфөлә пассажирҙар ташыусы шәхси компанияға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Өфөлә пассажирҙар ташыусы шәхси компанияға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған

Яуаплылығы сикләнгән “Помощь” ойошмаһы 70 водителгә ун ай дауамында эш хаҡы түләмәй. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бурыс күләме 7 миллион һумдан артҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Автобус водителе булып эшләгән Николай Тонкачеев эш биреүсеһенә яҙған ғаризаларҙың иҫәбе һаны юҡ. Бөтә бәлә хеҙмәт хаҡының түләнмәүендә, ти водитель. “Помощь” ойошмаһына эшкә урынлашҡанда вәғәҙәләр күп булды, тип хәтерләй Николай. Әммә бер кем дә эш хаҡын түләргә ашыҡмаған. Етәкселек ниндәйҙер сәбәптәр табып һәр саҡ аҡланырға тырышҡан. Бер аҙҙан Николай ойошма эшмәкәрлегенең асыҡлығында ла шикләнә башлай. Фатиры яныу сәбәпле ауыр финанс хәлдә ҡалған ир тормош иптәше менән “Помощь” ойошмаһы эшмәкәрлеген тикшереүҙе һорап тейешле органдарға ғаризалар яҙып тапшыра. Баш ҡаланың тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткәс кенә, боҙ урынынан ҡуҙғалды, ти Анна. “Помощь” ойошмаһынан хеҙмәт хаҡын ала алмай йөрөгәндәр бик күп. Уларҙың барыһы үҙен генераль директор тип таныштырған Сергей Ивановтан хәләл аҡсаһын талап итә. Әммә һуңғыһы үҙенең етәксе вазифала булыуын инҡар итә. Ойошмала ул да ялланып эшләгән. Башҡа етәкселәр иһә бәйләнешкә инмәй, телефондарын да алмай. Водителдәр мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙе әҙерлек пунктарына алып барғандары өсөн дә эш хаҡы алмауҙарын бәйән итте. Водителдәр әйтеүенсә, уларҙы барыһын да гражданлыҡ-хоҡуҡи формалағы килешеү буйынса эшкә алғандар. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белдереүенсә, бындай төр килешеү буйынса эшкә алынғандар хеҙмәт ҡануниәте менән ҡаралған бер ниндәй гарантия һәм компенсацияларға өмөт итә алмай. Әлеге ваҡытта “Помощь” ойошмаһы үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Бүлмәләр мисәтләнгән, водителдәр әйтеүенсә, лизингта булған автобустар кире дилер үҙәгенә ҡайтарылған. Әммә водителдәргә бурыс түләнеп бөтмәгән.Водителдәр әйтеүенсә, “Помощь” ойошмаһының хеҙмәткәрҙәренә дөйөм бурысы 7 миллион һумдан ашыу. Эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалған хеҙмәткәрҙәр судҡа мөрәжәғәт итергә әҙерләнә.