Иглинда йәшәүселәр ярты йыл 37 эт аҫралған фатирға күрше йәшәп сыҙамлығы ҡалмағас телевидениеға мөрәжәғәт итә. Эт хужаһы менән ҡасаба халыҡы араһындағы бәхәскә хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова асыҡлыҡ индерергә тырышты. Альбина Әсәҙуллина өйөндә дүрт тиҫтәгә яҡын эт аҫрай. Уның йорт хайуандарына ҡарата һөйөүен күршеләре генә уртаҡлашмай. Улар хатта был күренешкә ҡырҡа ҡаршы. Эттәр тауышынан йоҡлар әмәл юҡ, балалар урамға сығырға ҡурҡа, тиҙәр. Эттәр хужаһы иһә күршеләренә үпкә белдерә. Уныңса был йорт хайуандар хәйләһеҙ, уларҙың кешегә зарары юҡ. Ҡайһы саҡта кешеләргә ҡарағанда ла һиҙгер һәм ярҙамсыл.Бер-береһенә ҡаршы фекер йөрөткән ике яҡ уртаҡ тел таба алмай.Эт өрөүенән йөҙәгән халыҡ полиция хеҙмәткәренә лә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Тәртип һаҡсылары закон боҙоу осрағын күрмәй. Күршеләр араһындағы аңлашылмаусанлыҡ бәхәс сиктәренән сығып ҡул күтәреүгә лә барып еткән. Был хәлде фото һәм видеояҙмала теркәгәндәр Бөгөн ғәҙәттән тыш осраҡты прокуротура тикшерә.Альбина Әсәҙуллина ғәйебен танымай, закон буйынса барыһы ла дөрөҫ, тип белдерә. Күршеләренең эттәргә ғәйеп тағыуына күнегеп тә бөткәне тураһында һөйләй. Хоҡуҡ белгестәре йортта эт аҫрау законда тыйылмағанын раҫлай.Уларҙың һаны ла мөһим түгел. Хужабикә күпме эт тота ала – тота- сикләүҙәр юҡ.Бәхәс яҡтарына үҙ-ара килешеү юлын табаһы ҡала. Альбина Әсәҙуллина 2 аҙна эсендә эттәрен хайуандар приютына күсерергә һүҙ бирә. Бындай приютты ул үҙе төҙөргә йыйына. Иглин халҡы мәсъәләне хэл итеүҙе үтенеп Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт иткән. Константин Толкачев торлаҡ майҙандарында хайуандар приюты төҙөүҙе тыйырға һәм был шартты законда нығытырға талап итте.
Эттәр өрә
Эттәр өрә