Республика Хөкүмәте 2022 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет бирҙе

Республика Хөкүмәте 2022 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет бирҙе

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 52-се пленар ултырышында Республика башлығы ҡатнашты. Радий Хәбиров төбәк Хөкүмәтенең тәү бурысын билдәләне. Төбәк парламенты ултырышының көн тәртибенә сығарылған утыҙҙан ашыу мөһим мәсьәләнең иң беренсеһе – Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре. Радий Хәбиров үҙенең сығышында республика иҡтисадының тарихта булмаған санкциялар баҫымы йоғонто яһаған шарттарҙағы үҫеше тураһында һөйләне.Сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөштә, тышҡы иҡтисад тармағында ыңғай күрһәткестәр теркәлгән. Етештереү күләмдәре буйынса Башҡортостан илдең лидерҙар исемлегендә ныҡлы урынын яулай. Республика бар мөмкинлеген тәү сиратта махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә йүнәлтә, тине Радий Хәбиров. Оборона сәнәғәтенә булышлыҡ итеүҙе төбәк предприятелар өсөн кадрҙар әҙерләүҙә күрә. Иҡтисадтың һәр тармағына ентекләп яһалған отчетты премьер-министр танытты. Депутаттар Андрей Назаровтың докладын етди иғтибар менән сәғәттән ашыу тыңланы. “Башҡортостандың бар мөмкинлектәрен төбәк иҡтисадын үҫтереүгә һәм кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә алдыҡ”,- тине Хөкүмәт рәйесе. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 104 миллиард һум аҡса бүленгән. Республикала ковид сиренән һәләк булғандар һаны тотош Рәсәй менән сағыштырғанда өс ярым тапҡырға тиерлек кәм. Беҙҙә тиҙ арала төҙөлгән инфекцион госпиталь өлгөләрен илдең ун төбәге үҙ биләмәһендә ҡорған, йәнә ун биш төбәк ошондай уҡ дауаханалар төҙөргә йыйына. Республика төбәктәрендә фельдшер-акушер пункттары асыла, табиптарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә.Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә 91 миллиард һум бүленгән. Һуңғы өс йылда был иң ҙур күләм, шуға ла төбәк бюджетын белем биреүгә баҫым яһаусы, тип билдәләргә мөмкин, тине Андрей Назаров. 2022 йылда биш меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итер биш яңы мәктәп, биш йөҙҙән ашыу урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы асылған. Быйыл йәнә биш мәктәп менән өс балалар баҡсаһы төҙөлә. Рәсәй президентының балаларҙы башланғыс һәм урта белем менән тәьмин итеү тураһындағы йөкләмәһен Башҡортостан беренсе булып йөҙ процентҡа үтәгән. Белем биреү йорттарының федераль программа буйынса төҙөкләндерелгәндәре һаны ла рекорд күрһәткесенә тиң. Һөнәри белем биреү ҙә яңыртыу осорон кисерә. Яңыртып ҡороу республиканың мәҙәниәт учреждениеларында ла бара. Үткән өс йылда 72 мәҙәниәт объекты төҙөлгән йәиһә яңыртып ҡоролған. Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамын күрһәтә башланы. Икенсе йыл рәттән “Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бойомға ашырыла. Эске туризмды үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Башҡортостан сәйәхәтселәр йәлеп итер төбәктәр араһында ла лидерҙар исемлегенә дәғүә итә. Мауыҡтырғыс маршруттар һалына, заманса туризм объекттары асыла, яңылары төҙөлә. Геологик, белем биреүсе һәм сәнәғәт туризмын үҫтереү күҙ уңында тотола. Хөкүмәт рәйесе белдереүенсә, төбәктең экологик хәле лә етди иғтибарға алынған. Республика башлығы тәҡдиме менән ойошторолған ведомство-ара комиссия ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу өлкәһен күҙәтә. Урман һаҡлау һәм тергеҙеү эштәре яйға һалынған. “Таҙа һыу” федераль программаһы сиктәрендә эсәр һыу сифатын яҡшыртыу йөкләмәһе үтәлә. Һауа таҙалығына айырым иғтибар бирелә. Транспорт һәм юл хужалығы тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. 2022 йылда был өлкәне үҫтереүгә 50 миллиард һум йүнәлтелгән. 1250 км юл, 23 күпер төҙөлгән йәиһә төҙөкләндерелгән, яңы юл киҫелештәре сафҡа индерелә, Өфөлә 30 йыл элек төҙөлә башлаған Көнсығыш сығыу юлын файҙаланыуға тапшырыу мәле яҡынлаша. Хөкүмәт рәйесе төбәктә хеҙмәт баҙары торошона ла байҡау яһаны. Республикала эшһеҙлек күрһәткесе 3,4 процентҡа ҡалған, уртаса хеҙмәт хаҡы 16 процентҡа артып 48 349 һумға еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында унынсынан дүртенсе урынға күтәрелгән. Төбәктә бар социаль йөкләмәләр үтәлә. Финанс министрлығы йыл һөҙөмтәләре буйынса ыңғай күрһәткестәрҙе дәлилләй. Депутаттар Хөкүмәт эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Республика башлығы менән Премьер-министрға нигеҙле һәм асыҡ отчет өсөн рәхмәт белдерҙе.Парламент рәйесе төбәк етәкселегенең артабан да уңышлы эшмәкәрлегенә ышаныс белдереп, бөгөн бар тырышлыҡты күләмле инфраструктура проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтеү мөһимлегенә баҫым яһаны.