Өфөлә конракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй башланы. Унда конракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынғандар барлыҡ һорауҙарына ла яуап таба ала. Әлегә башҡалала ошондай 7 пункт бар, аҙна аҙағына уларҙың һаны унға етәсәк. Уларҙың эше һәм адрестары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Горсовет туҡталышы янында ҡуйылған сатыр янынан уҙып барған һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункт менән, бигерәк тә, йәш егеттәр ҡыҙыҡһына. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге мәлдә ҡыҫҡа ялда булыусы Илгиз дә ошондай нөктәләрҙең барлыҡҡа килеүен яҡшы күренеш, тип иҫәпләй.Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар Өфөнөң һәр бер районында бар. Улар халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, шулай уҡ, сауҙа үҙәктәрендә лә урынлашҡан. Хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр контракт хеҙмәтенең шарттары, талаптары, социаль түләүҙәре буйынса тулы консультация бирә.Шулай уҡ, Башҡортостан халҡы республика менән идара итеү үҙәгендәге ситуацион үҙәккә шылтыратып, ошо тема буйынса һорауҙарына яуап таба ла.Ошо көндәрҙә Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттарҙың һаны унға етәсәк. Уларҙың адрестарын экрандарҙа күрәһегеҙ һәм шулай уҡ, ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Оҙаҡламай ошондай уҡ мобиль пукттар республиканың башҡа район-ҡалаларында ла барлыҡҡа килер, тип көтөлә.
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй башланы
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй башланы