Ауырғазы районының ветерандар ойошмаһы урындағы эшҡыуарҙар менән берлектә Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам тупланы. Юлға сығасаҡ конвойҙа техника ла бар. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова Талбазыла тупланған йөктө оҙон юлға оҙатыуҙа ҡатнашты. Украинала махсус хәрби операцияға оҙатыласаҡ гуманитар йөктәге иң кәрәкле техника – тулыһынса үҙгәртелеп ҡоролған УАЗ машинаһы. Быға тиклем локаль һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан элеккке яугирҙәр уртаҡ маҡсат ҡуйып, аҡса туплай. Тап ошо иғәнәгә улар УАЗ машинаһын да һатып алған. “Барыһы ла еңеү өсөн акцияһында “ Ауырғазы районы ветерандары ойошмаһында ағза булып торған һәр кем ҡатнаша. Уртаҡ эшкә йүнселдәр ҙә үҙ өлөшөн индергән. Талбазыла йәшәгән эшҡыуар Григорий Баев февраль айында ирекмәндәр ойошмаһын асып, уға күптәрҙе йәлеп иткән. Был ярҙамда һәм кемдең дә өлөшө бар, ти ул. Ирекмәндәр иһә яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға урында ярҙам күрәһәтә. Социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәһен алып барған һәм күптәргә таныш булған блогер Светлана Ғиззәтуллина иһә яҡташ һалдаттарыбыҙыға йылдан ашыу ярҙам итә. Был осорҙа башҡарылған эштәр бихисап. Эшҡыуарҙар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар өлгөһөнә эйәреп, Өфө блогеры үҙ яҙылыусылары менән бергә тағы 2 берәмек УАЗ машинаһына аҡса туплаған. Хәбәрсе. Һалдаттарға техника ғына түгел, йорттан килгән күстәнәстәр ҙә кәрәк. Уларҙың барыһы ла махсус келәттә тупланып, һуңынан гуманитар йөк менән оҙон юлға сыға. Йөрәк ҡушыуы буйынса йыйыла, ти районда йәшәүселәр ошо гуманитар ярҙам тураһында. Уртаҡ эштә балалар ҙа ситтә ҡалмай. Гуманитар ярҙам, УАЗ машиналарын алып барыу өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Тәгәрмәстәр төҙөклөгө, шиналарҙың яҡшы һәм сифатлы булыуына урындағы автооҫтаханалар белгестәре яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә аған. Ауырғазыларҙың бөгөн маҡсаты бер. Яугирҙарҙың күңеле тыныс булырға тейеш. Тиҙҙән районда тағы ла бер гуманитар ярҙам туплау башлана.
Яҡташтар ярҙамһыҙ ҡалмай
Яҡташтар ярҙамһыҙ ҡалмай