Мобилизация буйынса хеҙмәт үтеүселәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Махсус хәрби операция урынына юлланды. 99 процент Башҡортостан егеттәренән торған полкта хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙең бер төркөмө 19 март көнө ялға ҡайтҡайны. 10 көн бик аҙ шулай ҙа ғаилә, дуҫ-туғандар менән бергә булыу көс-дәрт өҫтәне, ти егеттәр. Оҙаҡ ял итеү мөмкинлеге юҡ, сөнки әле хәрби бурысын үтәгәндәргә лә алмаш кәрәк ,ти полк командиры урынбаҫары.Егеттәрҙе оҙатырға ғаиләләре, туғандары, дуҫтары йыйылды. Иң мөһиме имен-һау, иҫән ҡайтығыҙ тигән теләктәр ишетелә һәр оҙатыусынан. Хәрбиҙәр хеҙмәт үткән урындарына Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторолған уңайлы автобустарҙа ике тәүлек тирәһендә барып етәсәк.
Өфөнән бер төркөм хәрбиҙәр менән сираттағы автоколонна юлға сыҡты
Өфөнән бер төркөм хәрбиҙәр менән сираттағы автоколонна юлға сыҡты