Өфөләге «Йәшлек House» йәштәр йортонда "Театраль Волга буйы" округ үҙешмәкәр студенттар һәм балалар театрҙары фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде. Фестиваль бер нисә йыл рәттән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән ойошторола.Еңеүселәр тура эфирҙа билдәләнде. Һәр төбәк йәштәре фестивалгә үҙе хаҡында видеояҙма тәҡдим итте. Быйыл республика данын Белорет ҡалаһынан «Диалог» халыҡ театр-студияһы һәм Бишбүләк районынан «Кулиска» өлгөлө театры яҡланы. Ике театр ҙа Бөйөк ватан һуғышы темаһына тамаша тәҡдим итте. Әйткәндәй, былтыр фестивалдә БДУ-ның “Осҡон” халыҡ театры студенттар араһында өсөнсө урын, ә “Иң яҡшы мәктәп театры” номинацияһында Салауат драма театрының “Арлекин” өлгөлө балалар театр-студияһы икенсе урын яулағайны. Быйыл дөйөм тауыш биреү ысулы менән Белорет ҡалаһынан « Диалог » театры 5-се Бишбүләктәр 12-се урынға сыҡты.
Театраль Волга буйы" фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде
Театраль Волга буйы" фестиваленең еңеүселәре иғлан ителде






