Бөгөн 1 сентябрь – белем көнө.
Республика мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә уҡыусылар һаны 450 меңгә етә. Балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм колледж-институттар студенттарын иҫәпкә алғанда, дөйөм һан 885 меңгәсә барып баҫа. Мәғариф системаһында 147 мең хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 35 меңдән ашыуы– уҡытыусылар.