Республика башлығы бөгөн 31-се һәм 116-сы мәктәптәрҙә үткән тантаналы линейкаларҙа ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов мәктәп тупһаһын тәүгә аша атлап үткән балаларға уҡыуҙарында уңыштар, уҡытыусыларға юғары уңыштарға өлгәшеүен теләне. Бар кимәл белем биреү йорттарынының яңы уҡыу йылына әҙерлеге ныҡлы дүртле билдәһенә торорлоҡ. Республика башлығы бөгөн шулай тип белдерҙе. Рөстәм Хәмитов башҡаланың Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәптәрендә булды. Өфөнәң 31-се мәктәбе бынан теүәл 45 йыл элек асылған. Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина ошо мәктәпте тамамлаған. Белем биреү йорто иҡтисад һәм хеҙмәт баҙары талаптарына ярашлы физика, математика, информатика фәндәрен уҡытыуға баҫым яһай. Быйылғы уҡыу йылына мәктәп 646 уҡыусыны ҡабул итте, шуларҙың 120-һен беренсе класҡа. Республика башлығы мәктәптең әҙерлеген ҡарап, уҡыусылар өсөн белем алыу шарттары тигеҙ түгел, тигән баһа бирҙе. Бер класта төҙөкләндереү-биҙәү эштәре тейешенсә башҡарылһа, икенсеһендә етешһеҙлектәр күҙгә салына. Мәктәп ашханаһы, спорт залы ла эшмәкәрлегендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр талап итә. Башҡаланың 116-сы мәктәбендә Рөстәм Зәки улы 11-се кластарҙың класс сәғәтендә булды. 2014 йылда бында оборона-спорт йүнәлешендәге кластар асылғайны. Мәктәптең Ҡотҡарыусылар командаһы Сочила үткән Рәсәй олимпиадаһының иртәгәһе көнө тигән ярыштарҙа беренсе урын яулаған. 116-сы мәктәпкә быйыл 751 уҡыусы килдә, шуларҙың 98-е беренсе класҡа. Был белем биреү йортонда уҡыу әлегә ике сменалы. Мөмкинлеге сикләнгән уҡыусыларҙың уңайлығы өсөн көндөҙгө һәм дистанцион дәрестәр биреү ғәмәле яйға һалынған. Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреүгә баҫым яһау бурысы тора. Шуға ла республика мәктәптәренең күбеһендә белем кәнәндә йола буйынса үткән класс сәғәттәре Минең буласаҡ һһөнәрем, тигән темаға арналды.