Башҡортостанда ипотека проценттары 10 процентҡа тиклем кәмей.
Ошо маҡсатта айырым төркөм граждандар өсөн өҫтәмә субсидиялар бүленәсәк. Республика хөкүмәте президиумында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. Мәғлүм булыуынса, былтыр Рәсәй хөкүмәте илдең торлаҡ ипотека баҙарын көрсөктән сығарыу буйынса өҫтәмә саралар күргәйне. Шул иҫәптән, ипотека ставкаларын субсидиялау юлы менән 12 процентҡа тиклем кәметте. Хәҙер был проектҡа Республика хөкүмәте лә ҡушылды һәм өҫтәмә рәүештә ипотека кредиты ставкаларын тағы ла 2 процентҡа кәметергә йөкләмә алды. Дәүләт ярҙамына “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһында ҡатнашырға хоҡуғы булғандар иҫәп тота ала. Был исемлеккә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, 35 йәше тулмаған йәш ғаиләләр һәм ике йә өс балалылар инә.