Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырыу

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ проекттарҙы бойомға ашырыу

Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Абхазияла булды. Тап ошо республикала Башҡортостандың инвестиция, иҡтисади мөмкинлектәре күргәҙмәһе үтте. Теманың дауамы сираттағы сюжетта. Рәсми делегециһының эш сәфәре Сухуми ҡалһындағы Батырлыҡ мемориалына сәскәләр һалыуҙан башланды. Был һәйкәл 1992-1993-сө йылдарҙағы Ватан һуғышы ҡорбандарына арналған. Бынан 30 йыл элек булған һуғышта Абхазия үҙаллылыҡ яулауға өлгәште. Ҡатмарлы дәүерҙә Башҡортостан абхаз халҡына ярҙам ҡулы һуҙыуҙан ситтә ҡалманы. Республика гуманитар йөктәр оҙатты, башҡорт табиптары иһә яраланған хәрбиҙәрҙе дауаланы. Башҡортостан менән Абхазия башлыҡтарының осрашыуы рәсми, әммә мөнәсәбәт – дуҫтарса. Абхаз халҡының “Ҡунаҡ – Хоҙай бүләге” тигән мәҡәле бар. Был осрашыуға рәсми Сухуми күптән әҙерләнгән. Башҡортостандың эшлекле даирәләре исемлегендә башҡарма власть органдары вәкилдәре генә түгел, ә төбәктең иң эре компаниялары етәкселәре. Осрашыуҙың тәүге көнөндә үк ике республиканың сәнәғәт министрлыҡтары беренсе килешеүҙе раҫланы. Сәфәр барышында Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырыу үте. Рәсәй Президенты илдең тышҡы сәйәсәте концепцияһын үҙгәртеү тураһындағы Указында Абхазияны үҫтереүгә бәйле айырым пункттарҙы билдәләгәйне. республика араһындағы тауар әйләнеше күләме әле ҙур түгел. Быны республика башлығы Радий Хәбиров айырым әйтә. Әммә, етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн бөтә шарттар булғанын иҫтән сығарырға ярамай. Башҡортостанға, мәҫәлән, Абхазияның агросәнәғәт тауарҙары кәрәк. Беҙҙең республика иһә үҙ сиратында Сухумиға нефть, эшкәртеү сәнәғәте продукцияһын оҙатырға әҙер. Республикала йәшәүселәрҙең хәҙер “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһына ярашлы, Абхазияла ял итеү мөмкинлеге ҡарала. Ә бына Башҡортостан уҡыусылары иһә йәйге каникулының 21 көнөн быйылдан Сухумиҙа Ҡара диңгеҙ буйында үткәрәсәк.