Үткән аҙналағы эш сәфәре барышында ике яҡ араһында төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Уның тәүһөҙөмтәләре Оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Унда ҡаралған ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов барланы.Сираттағы Оператив кәңәшмәне Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров уҙғарҙы. Үткән аҙналағы сараларҙан Краснодар крайына һәм Абхазияға эш сәфәренә айырым туҡталды хөкүмәт рәйесе. Сочилағы “Сириус” үҙәге менән танышҡандан һуң, был өлгөнө Өфөлә төҙөләсәк студент кампусында ҡулланырға ҡарар ителгән. Белгестәр был аҙнала уҡ тәжрибә уртаҡлашырға юллана. Абхазияла эшлекле программа сиктәрендә Башҡортостандың иҡтисади инвестицион потенциалы презентацияланды. Бер нисә йүнәлеш буйынса берлектәге проекттар барланды тиелде кәңәшмәлә. Майҙа Башҡортостандан бизнес миссия Абхазияға ебәрелә, ҡаршы делегацияны Республика көнөндә Өфөлә көтәләр. Хеҙмәттәшлек өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе – туризм. Беҙҙән Абхазияға һәм кире йүнәлеш буйынса туристар ағымы 20 процентҡа тиклем артыуы ихтимал тип анонсланды. Әле туроператорҙар үҙ продукттарын ҡайтанан көйләй. Әйткәндәй быйыл мәктәп туризмы проекты сиктәрендә Башҡортостандан 4 төркөм балалар Ҡара диңгеҙ ярында барып ял итеп ҡайтасаҡ.
Туризм һәм Беларусь, Үзбәкстан, Иран дәүләттәре менән тура авиабәйләнеште нығытыу тураһында айырым доклад булды. Туризм министры Рөстәм Афзалов билдәләүенсә, был йүнәлештәр ҙә сәйәхәт өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Дәртләндереү сараһы булараҡ Башҡортостандағы пенсия йәшендәгеләр өсөн сәйәхәт программаһына быйыл Беларусия өҫтәлде. Оло йәштәгеләр яҡын арала был дәүләтте барып күрә ала. Оператив һәм көндәлек мәсьәләләрҙе барлап хөкүмәт рәйесе муниципалитеттарҙы таҙалыҡ өсөн шелтәләне. Урамдарҙың бысраҡлығына бәйле халыҡтан мөрәжәғәттәр һаны артыуы күҙәтелә. Ташҡынға бәйле хәлде даими контролдә тотоу ғына етмәй, сигнал булыу менән тиҙ арала бөтә хеҙмәттәрҙе мобилизацияларға һәм һыуҙы үткәреү өсөн бөтә эшәрҙе башҡарырға кәрәк. Юғиһә аҙаҡ тергеҙеү, кешеләрҙе күсереү ҡиммәткә төшә тине андрей Назаров. Ташҡын арҡаһында ябылған юлдарҙы урап үтеү мөмкинлетәрен барларға, кешеләрҙе ҡамауҙа ҡалдырмаҫҡа тигән бурыс билдәләнде. Бурыстарҙан быйыл йәй төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләренә бәйле бөтә конкурс процедураларын үҙ ваҡытында башҡарыу мөһим. Барлығы объектты төҙөкләндереү күҙаллана, шуларҙың яртыһы ҡалаларҙа. Ауыл хужалығы министры сәсеү кампанияһы хаҡында доклад яһаны. Быйыл яҙғы ҡыр эштәре 2 аҙнаға иртәрәк башланған. Әле 11 район күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм ужым баҫыуҙарын туҡландырыуға тотонған, әйткәндәй страховка культураһы яҙшы ҡышлаған тине вице-премьер Илшат Фәзрахманов. Хөкүмәт Башҡортостанда ойошторолған яңы батальондарға һәр яҡлап ярҙам итәсәк тиелде Оператив кәңәшмәлә. Әле Даян Мурзин һәм Төнъяҡ Амурҙары исемле хәрби формированиеларға 600-ҙән ашыу кеше яҙылған. Ә Махсус хәрби операцияла ярты йыл хеҙмәтен үткәндәр был көндәрҙә ҙур төркөмдәр менән ялға ҡайта башланы. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса трансфер өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Хәрбиҙәрҙе ҡаршылау тантаналы шарттарҙа ойошторола.