Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ялға ҡайта башланы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ялға ҡайта башланы

Беренсе апрелдән Башҡортостанға махсус хәрби операция биләмәһенә ярты йыл элек өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙҙың ҙур төркөмдәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта башланы. Ҡаршы алыу тантаналары республиканың көнбайыш сик ҡапҡаһы тип танылған Октябрьский ҡалаһында һәм Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Таңда бер нисә көн рәттән автобустар колоннаһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡаршыланы.Ялға ҡайтыр ике көнлөк юл ярты йыл дауам иткән хәрби хеҙмәттән дә оҙағыраҡ тойолдо, ти егеттәр. Оҙайлы юл үткән автобустар Октябрьскиҙа ҡыҫҡа туҡталыш яһай. Ял һәм тамаҡ ялғап алыр бер сәғәткә. Кәйефтәр яҡшы. Яуҙаштарға хас берҙәмлек тә, ярҙамсыллыҡ та һиҙелә. Һалдаттар Донбаста табылған “яуҙаш дуҫын” да хаҡлы ялға үҙе менән алған. Төн уртаһынан автобустар Өфөгә юл ала. Арыуға ҡарамаҫтан, һис кемдә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Оҙон ҡатмарлы саҡрымдар тамамланыуға яҡынлаша.Өфөлә ир-егеттәрҙе яҡындары түҙемһеҙләнеп көтә. Совет майҙанына улар кистән йыйыла башлаған. Был ханым дүрт йәшлек ҡыҙы менән Мишкә районынан килгән. Хәрби туғандашлыҡ ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр төркөмдәргә берләшеп яҡташтарҙы хушлашыу-осрашыу тантанаһында ғына түгел, хәрби операция биләмәһендә лә иғтибарынан ҡалдырмай. Таң һыҙылыуға, ниһайәт, автобустар күренә. Яҡындарын тиҙерәк ҡосаҡларға теләһә лә яугирҙәр сафҡа теҙелеп командирҙарҙың бойороғон тыңлай. Майҙанға Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы индерелә. Хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов менән Өфө хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев тәбрикләй.Йола буйынса яугирҙәр Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һала. Отпускы мәлендә үтәргә тейеш йөкләмәләрҙе алғас туғандар менән аралашырға ла мөмкин. Ялын һәр кем файҙалы үткәрергә теләй.Ике һүҙенең береһендә яугирҙәр махсус хәрби операцияла саҡта тыуған ерҙән килгән матди һәм рухи ярҙам тураһында белдерә. Ике аҙналыҡ ял мәлендә лә ярҙам саралары дауам итә. Совет майҙанындағы ҡыҫҡа тантананаң һуң хәрбиҙәр артабан тыуған райондарына уңайлы автобустарҙа юл тотто. Муниципалитеттарҙа уларҙы шулай уҡ йылы осрашыуҙар көтә.