Өфөлә конракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй. Унда контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынғандар барлыҡ һорауҙарына ла яуап таба ала. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар Өфөнөң һәр бер районында бар. Улар халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа, шулай уҡ, сауҙа үҙәктәрендә лә урынлашҡан. Хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр контракт хеҙмәтенең шарттары, талаптары, социаль түләүҙәре буйынса тулы консультация бирә. Шулай уҡ, республика менән идара итеү үҙәгендәге ситуацион үҙәккә шылтыратып, ошо тема буйынса һорауҙарына яуап таба ла.
Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй
Өфөлә хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса мобиль пункттар эшләй