Өфө һәм республика буйынса һыу баҫыуҙың тиҫтәнән ашыу осрағы теркәлгән

Өфө һәм республика буйынса һыу баҫыуҙың тиҫтәнән ашыу осрағы теркәлгән

Быйыл йылғаларҙа ике аҙнаға иртәрәк боҙ китте, тип билдәләй синоптиктар. Шуға яҙғы ташҡын да иртәрәк килә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты «Ка-32» вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында республиканың йылға-күлдәрен күҙәтеп тора. Был сара тығындар хәүефе булған урындарҙы асыҡлау, уларҙы тиҙ арала бөтөрөү, шулай уҡ ташҡын зонаһындағы хәлде баһалау мөмкинлеген бирә. Һыу кимәленең максималь үҙгәрешен билдәләү өсөн гидромониторинг буйынса автоматик постар ҙа урынлаштырылған. Республика йылғаларында ташҡын торошон реаль ваҡыт режимында беҙҙең телерадиокомпанияның сайты аша ла күҙәтергә мөмкин. Уның адресы: гтрк.тв. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл яҙғы ташҡын 10-14 көнгә иртәрәк килә. Һауа температураһы ла норманан юғары.