Башҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү, соҡорҙарҙы ямай эштәре дауам итә

Башҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү, соҡорҙарҙы ямай эштәре дауам итә

Был эште тәүлек әйләнәһенә башҡарыла. Әммә юлдарҙың сифатына зарланыусылар кәмемәй. Ҡайһы бер йорт ихаталарынан машина менән түгел, йәйәү ҙә үтерлек түгел. Борисоглебская урамында йәшәүселәр менән Сәлимә Исламова осрашты.Йылдың ниндәй миҙгеле булмаһын, үтерлек түгел беҙҙең ихатаға, тип зарлана Әсмә Тимофеева. Йәйәүлеләргә тик резина итек менән генә йөрөргә ҡала. Машина менән йөрөү өсөн дә оҫталыҡ һәм тәжрибә кәрәк. Юғиһә, ремонтҡа аҡса түгергә тура килә.80-се йылдар аҙағында төҙөлгән өй ихатаһына иғтибар итеүҙәрен һорап йортта йәшәүселәр күп мөрәжәғәт иткән. Әммә йыл һайын был адрес дәүләт программаларынан төшөп ҡала. Аңлатма бер, быйылға финанс юҡ, юлдарҙы ямарбыҙ. Был осраҡта фатир хужаларына үҙҙәренең ҡулына көрәк алырға тура килә.Йәш әсәйҙәр коляска менән бөтөнләй үтә алмаһа, уҡыусылар мәктәпкә барып еткәнсе бысранып бөтә.Оҙаҡ йылдар борсоған мәсьәлә тураһында фатир хужалары ошо көндәрҙә Башҡортостан-24 телеканалында барған Өфө ваҡыты тапшырыуына ла мөрәжәғәт иткән.Ғәҙәттәгесә, беҙҙә ҡар менән бергә юлдарҙағы асфальт та ирей. Яҙ башынан юл сифатына зарланып 7 мең мөрәжәғәт, 8 мең соҡор теркәлгән. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн был ҡаршылыҡ ҡына түгел, хатта бәләгә әйләнә. Соҡорҙарҙы ямау быйыл Өфөлә 7 мартта башланды. Коммуналь хеҙмәттәр үткән аҙнанан был эште тәүлек әйләнәһенә башҡара. Әйткәндәй, Октябрь районында төндә 2 бригада эшләй. 13 юл хеҙмәткәре һәм бер тиҫтә транспорт йәлеп ителгән. Төбәк кимәлендәге юлдарҙы төҙөкләндереү, соҡорҙарҙы ямау 30 майға тиклем тамамланырға тейеш. Ә урындағы юлдарҙы ипкә килтереү июнь аҙағынаса.