Башҡортостанда ойошторолған яңы батальондарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостанда ойошторолған яңы батальондарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Был хаҡта хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров белдерҙе. Әле Даян Мурзин һәм Төнъяҡ Амурҙары исемле хәрби формированиеларға 600-ҙән ашыу кеше яҙылған. Ә Махсус хәрби операцияла ярты йыл хеҙмәтен үткәндәр был көндәрҙә ҙур төркөмдәр менән ялға ҡайта башланы. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса улар өсөн уңайлы автобустар бүленгән. Хәрбиҙәрҙе ҡаршылау тантаналы шарттарҙа Октябрьский ҡалаһында һәм Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Йола буйынса яугирҙәр Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һала.