Башҡортостандың уртаһында урынлашҡан, иҡтисади яҡтан ярайһы ғына алға киткән Стәрлетамаҡ районындағы ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәр юлһыҙ интегә. Федераль трасса үткән муниципаль биләмәлә ошондай ябай, әммә көнүҙәк мәсьәләгә иғтибар итеүселәр юҡ тиерлек. Иҫке Бүрәт халҡы зарын хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова ишетеп ҡайтты. Иҫке Бүрәт ауылында йәшәүселәр был юлды үлем юлы тип атай. Унда йыл һайын тиерлек бер-нисә кеше һәләк була. Юлға яҡтыртҡыстар, камералар ҡуйыу кәрәклеге тураһындағы мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡала. Юлһыҙ ауылда йәшәгән ата-әсәләр көн һайын балаларын мәктәпкә оҙатырға маташа. Тейешле шарттар булмауы уҡыусылар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә хәүефле. Ҡышын автобус көткәндәргә туҡталыш юҡ. Шуға ла урындағы халыҡ федераль трассаға сығып торорға мәжбүр. Өфө менән Ырымбурҙы тоташтырған был магистралдә автомобиль хәрәкәте тығыҙлығы һәр кемгә билдәле. Тимәк, кешеләрҙең машина аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы ла арта. Иҫке Бүрәттең үҙендәге урамдарҙан да үтерлек түгел. Такси машиналары ғына түгел, хатта “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ла ауылға килеүҙән баш тарта. Иҫке Бүрәтте социаль яҡтан үҫтерергә тырышып, 2016 йылдан күп балалы ғаиләләргә һәм инвалидтарға участоктар бирергә лә тырышалар. Йорттар күп, әмә уларҙа йәшәүселәр юҡ. Сәбәбе – тейешле шарттарҙың — юлдың, һыуҙың булмауы. Был һорау буйынса мөрәжәғәттәр бихисап. Тик граждандарҙың үтенесенә, талабына бер кем дә ҡолаҡ һалып, яуап бирмәй. Яҡшы юлды көтөүселәрҙең береһе - Рәлиә Иҙрисованың хәле тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ғаиләлә хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләнә. Әсә кеше уны ауылға алып ҡайта алмай. Әлеге лә баяғы урамға сығырға юл юҡ. Шуға әсә кеше ҡыҙын ҡалала ҡалдырырға мәжбүр. Инвалидты тәрбиәләү өсөн көн һайын Иҫке Бүрәттән Стәрлетамаҡҡа барырға тура килә. Балалары менән урамға сығып йөрөй алмаған ғаиләләр бихисап. Юлһыҙ ауылда көн иткән Нәргизә Егорова ла ҡыҙы менән ихатала ғына йөрөргә мәжбүр.Юл хәсрәте һәм хәстәре генә борсомай Иҫке Бүрәттәрҙе. Ауыл халҡы эсәр һыуға интизар. Ямғыр һәм ҡар һыуы кер, иҙән йыуырға яраһа, эсәр, ризыҡ бешерер өсөн һыуҙы иһә ҡаланан һатып алып ташырға тура килә. Шарттар булмаған ауылда, нигеҙҙә, күп балалы ғаиләләр, инвалидтар һәм оло йәштәгеләр йәшәй. Һыуҙың, юлдың булмауы үтә ҡурҡыныс. Әгәр янғын сыға ҡалһа был биләмәгә машиналар ҙа үтеп инә алмаясаҡ. Ул саҡта инде йорттарҙың янып бөтөүен көтөргә генә ҡала. Был буш һүҙ түгел, яңыраҡ булған ошондай бер хәлдә янғын һүндереү машинаһына һыу алыу өсөн махсус урын булмаған. Иҫке Бүрәттәр әлегә үҙ йүнен үҙе күрә. Ауыл халҡының ҡағыҙ тултырып яҙған хатына ауыл советы ла, район район хакимиәте лә яуап бирергә ашыҡмай.
Иҫке Бүрәттәр ярҙам һорай
Иҫке Бүрәттәр ярҙам һорай